Ҡыш йылы килеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда янғындар артҡан. Йыл башынан ғына 400-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән, уларҙа 28 кеше һәләк булған. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның пландан тыш ултырышында белдерелде.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, электр ҡорамалдарын һәм мейес йылытыуҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу йыш ҡына фажиғәләргә килтерә. Бөгөн имен булмаған төбәктәр исемлеген Шишмә районы етәкләй. Йыл башынан бында 3 кеше янып үлгән. Күңелһеҙ статистиканы артабан Сибай һәм Өфө районы дауам итә. Шулай уҡ 11 районда һәләк булыусылар артыуы теркәлгән.