Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың туғандары маскировка селтәрҙәре үрә


Бының өсөн улар Саҡмағош районы үҙәгендәге Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына йыйыла. Алғы һыҙҙыҡтағы яугирҙарға ебәреләсәк маскировка селтәрҙәрен үреү уңайлы булһын өсөн махсус станок эшләнгән. Сарала һалдаттарҙың әсәләренә һәм ҡатындарына «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре психологик ярҙам күрһәтә.

Яугирҙарға гуманитар ылау туплауға Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылған. Улар Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына окоп шәмдәре эшләп килтергән. Ирекмәнлек эшенә һәр кем ҡушыла ала. Фекерҙәштәр менән бергә йыйылып, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн күрше ауылдарҙан да килеүселәр бар.