Был хаҡта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы вәкилдәре илдең йәмәғәт палатаһы ағзаларына видеоэлемтә аша һөйләне. Психология буйынса курста махсус хәрби операцияла башын һалған яугирҙарҙың ата-әсәләре ҡатнаша. Был уларға белемдәрен ҡулланып, яңы һөнәр һайларға ярҙам итергә тейеш. Уҡыусылар араһында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы Айсар Әнүәр улы ла бар. Төбәктә шулай уҡ «Ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты эшләй. Уның маҡсаты - консультациялар ярҙамында яҡындарын юғалтҡан әсәләргә һәм тол ҡатындаға ярҙам күрһәтеү.