Башҡортостандың яза башҡарыу системаһы сәнәғәт ҡеүәтен арттыра


Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең төбәк идаралығы менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Республиканың енәйәт-башҡарыу системаһының сәнәғәт комплексы үҙ эсенә 7 етештереү майҙансығын ала, улар эре сәнәғәт һәм транспорт үҙәктәрендә урынлашҡан. Эшмәкәрлектеңтөп йүнәлештәре-металл һәм ағас эшкәртеү, төҙөлөш материалдары, ауыл хужалығы продукцияһы, ярымфабрикаттар етештереү. Федераль яза башҡарыу хеҙмәте майҙансыҡтарныда биш йөҙҙән ашыу төрлө продукция сығарыла, әҙер тауарҙың һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең йыллыҡ суммаһы 1 миллиард һумдан ашыу. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идаралыҡҡа сауҙа әйләнеше яйға һалынған баҙарҙарҙан тыш, маркетплейстар ойоштороуҙа ла ярҙам күрһәтәсәк.


Федераль яза башҡарыу хеҙмәте реаль секторҙың төрлө өлкәләрендә эшләй, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш продукцияһы сығарыу. йылдан-йыл етештереү ҡеүәттәренең артыуы күҙәтелә. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа әҙер тауарҙы һатыу, сауҙа әйләнешен күтәреү йәһәтенән ярҙам итә алабыҙ.

Тимур Хәкимов, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе