Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән дә осрашты. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙарына туҡталды. Беларусь премьер-министры Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, сәнәғәт предприятиеларын асыу өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Осрашыу барышында ике республика араһында артабан да хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, машиналар төҙөү һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында яңы инвестиция проекттарын файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде