Минск һәм Өфө предприятиелары хеҙмәттәшлек киңәйтә

Башҡортостанда Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус предприятиеһы берлектә эшләй башлаясаҡ. Был килешеү ярҙамында республикала электр транспорты ике тапҡырға күберәк етештерелә башлаясаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне. Ике республика араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм туризм йүнәлештәрендә ышаныслы хеҙмәттәшлек ойошторолған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфө трамвай-троллейбус заводы менән Минскиҙың МАЗ предприятиеһы биш йыл элек бергә эшләй башланы. Белорусь заводынан республикаға транспорттың кузовы алынһа, Өфөлә троллейбус электроникаға тоташтырыла, эстәге ҡоролмалары менән йыһазландырыла.

Республикалар араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә Минск автомобиль заводы производствоһы ойошторолдо. Сәнәғәт предприятеһы республикала электр транспортын етештереүҙе ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. Уртаҡ проект буйынса йыйылған 140 урынлыҡ троллейбус Өфө юлдарында быйыл йөрөй башлаясаҡ.

Бер йыл элек Өфөлә асылған «Амкодор Ағиҙел» заводы ла Белруссия менән берлектә эшләгән ҡеүәтле холдинг. Минск урамында урынлашҡан предприятиела иген киптереү ҡоролмалары, элеваторҙар конструкциялары һәм ауыл хужалығы тауарҙарын һаҡлау комплекстары етештерелә.

«Алға» иҡтисади биләмәһендә урынлашҡан предприятиеға республика тарафынан күп яҡлы ярҙам күрһәтелгән. Өҫтөнлөклө проект сиктәрендә һалым ташламалары, ҡуртымға ер участкаһы , сәнәғәт объектында инженер инфраструктура һәм эш ҡоролмаларын һатып алыу өсөн ташламалар ҡаралған.

Белорусь республикаһы Башҡортостандың төп иҡтисади партерҙарының береһе. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Белруссия менән тышҡы тауар әйләнеше 47 процент тәшкил итә, импорт күләме 53 процентҡа етә. Башҡортостанда Минскиҙағы кеүек Беренсе милли сауҙа йорт ойоштороу планлаштырылған. Был майҙанда урындағы фермерҙарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың тауарҙары тәҡдим ителәсәк.

Иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарынан тыш ике республика араһында туризм йүнәлеше лә үҫешә. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса былтыр 1300 кеше Белоруссияла сәйәхәткә барҙы. Йыл аҙағында Минскиҙа «Башҡортостан улдары Беларусия өсөн яуҙарҙа» китабының исем туйы үтте. Был йыйынтыҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларусь ерҙәрендә нацизмға ҡаршы һуғышҡан Башҡортостан яугирҙары иҫтәлегенә арналған.

Флорида Ким