«Оса» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә икеләтә туй

Бер көндә ике байрам. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Оса» ҡушаматлы яугирҙың улы кәләш алды, ә ҡыҙы кейәүгә сыҡты.

Икеләтә никах тантанаһы Өфөләге «Хәмзә» мәсетендә үтте. «Оса» ҡушаматлы яугир 2023 йылдың майында үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға махсус хәрби операцияға юллана. Ошо ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр отпускаға ҡайтып өлгөрә. Был юлы ял мәле балаларының никах тантанаһына тура килә. Улдары кәләш алырға йөрөгәндә, әле медицина колледжында уҡып йөрөгән ҡыҙына ла егете тәҡдим яһай. Аталары ялда саҡта йәштәр мәжлесте оҙаҡҡа ҡалдырмай, бер көндә үткәрергә хәл итә.