Өфөлә отельерҙарҙы берләштергән тәүге форум үтте

Унда 200-ҙән ашыу бизнес вәкиле, туроператор саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа ҡунаҡхаларға бәйле мөһим мәсьәләләр, уларҙың үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Отельерҙар панель дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, идара, туристарҙы йәлеп итеүҙә, хәүефһеҙлек мәсьәләһендә иң яҡшы практикаларҙы ҡараны. Тармаҡ белгестәре ҡунаҡхаларҙы даими тултырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында төрлө ведомстволарҙы берләштереүсе саралар уҙғарыу, берҙәм ваҡиғалар графигы төҙөргә тәҡдим итте.

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына ярашлы, 2030 йылға тиклем илдең эске тулайым продуктында туризм өлкәһе өлөшө 5 процент тәшкил итергә тейеш. Туризм хеҙмәттәренең экспорт күләмен өс тапҡырға арттырыу бурысы тора. Форумға килгәндә, Башҡортостандың ҡунаҡханалар бизнесы вәкилдәре һәм туроператорҙар араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсаты ҡуйылды.