Сәйләндәрҙә - күңел нурҙарым. Ошо исем аҫтында бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Мәғариф ветеранының күптән түгел билдәгән юбилейы уңайынан ойошторолған экспозицияға ҡул эштәре менән бергә, хеҙмәт ҡаҙаныштары ла сығарылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хәлисә Багаева шәхси күргәҙмәһендә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Был һис тә осраҡлы түгел. Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы мәғариф системаһы үҫешенә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Ул талантлы уҡытыусы ғына түгел, халыҡ ижадын пропагандалаусы, кәсепселек эшен тотош донъя кимәлендә танытыусы ла.
Күргәҙмә Хәлисә Багаеваның ғаиләһен, яҡындарын, ижадташ дуҫтарын ғына түгел, уҡыусыларын да бергә йыйҙы. Улар ҙа яратҡан остазына тап төшөрмәй, төрлө лайыҡлы вазифаларҙа халыҡҡа хеҙмәт итә.
Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы яға, селтәр, һаҡал кеүек башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Ул Федоровка, Мәләүез, Стәрлебаш, Көйөргәҙе райондарының йөҙләгән ҡатын-ҡыҙын оҫталыҡҡа өйрәткән. Ханымдың ҡул эштәре, ғөмүмән, Башҡортостан халыҡ художество кәсептәре изделиелары өлгөһө булып тора. Улар төрлө халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә даими ҡатнаша.
Оҫтаның эшен ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре лә лайыҡлы дауам итә. Зәлифә Кәримова өсөн дә өләсәһенең шөғөлө оло ғорурлыҡ.
Башҡорт мәҙәниәтен, шул иҫәптән традицион милли костюмдың этнографияһын тикшереү Хәлисә Багаеваны бөгөн яңы кимәлгә күтәргән төп йүнәлештәренең береһе. Уның эштәре сит илдең шәхси музейҙарында ла һаҡлана. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә асылған күргәҙмә февраль аҙағына тиклем эшләй.
Азат Ғәлиуллин