Баймаҡ районының «Күбәләк» балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопедтар семинары үтте


Унда мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрендәге етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләүҙә яңы алымдар, уларға ярҙам итеү юлдары тураһында әңгәмә үтте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Баймаҡ районының «Күбәләк» балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопедтар семинары үтте. Унда мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрендәге етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләүҙә яңы алымдар, уларға ярҙам итеү юлдары тураһында әңгәмә үтте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре Баймаҡ районының мәктәп һәм балалар баҡсаларында эшләүсе 13 уҡытыусы-логопеды менән осрашты. Семинарҙың төп маҡсаты балаларҙың телмәр үҫешендә заманса эш алымы булған логопедик массажға өйрәтеү, квалификация күтәреү торҙо.

Уҡытыусы‐логопедттарҙың иң беренсе маҡсаты «юғалып ҡалған» өндәрҙе сығарыу. Ә был мәктәп ишеген тәүге тапҡыр асҡандар өсөн бик мөһим: дөрөҫ әйтелгән, «йотолмаған» өндәр киләсәктә яҡшы белем алырға ла булышлыҡ итәсәк, тиҫтерҙәре араһында ла улар үҙҙәрен ҡыйыу тотасаҡ.

Ҡайһы өлкәлә эшләүгә ҡарамаҫтан даими рәүештә белемеңде камиллаштырыу, оҫталығыңды арттырыу мөһим. Көн дауамында барған семинарҙа логопедтар кескәйҙәр менән һөҙөмтәле эшләү өсөн яңы эш алымдарын үҙләштерҙе, дипломдар алды.

Раушания Рәхимова