Бөгөн 25-се тапҡыр Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Фәнни ҡаҙаныштар көрсөккә уңышлы ҡаршы торорға, ныҡлы тикшерелгән ҡарарҙарҙы табырға һәм төп өлкәләр буйынса алға китергә ярҙам итә. Башҡортостан фән өлкәһендә үҙ позицияларын эҙмә-эҙлекле нығыта. Өсөнсө йыл рәттән беҙ Фәнни-технологик үҫештең милли рейтингында тәүге ун төбәк иҫәбендә. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала. Республиканың юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми ойошмаларында ҡеүәтле тикшеренеү инфраструктураһы булдырылған - 18 йәштәр лабораторияһы, 6 мегалаборатория асылған, алдынғы инженерлыҡ мәктәбе эшләй. Барлыҡ ғалимдарға илһам, яңы фәнни ҡаҙаныштар теләйем. Хеҙмәтегеҙ файҙалы һөҙөмтәләр килтерһен, ватандаштарыбыҙҙың йәшәү сифатын күтәрһен, тиелә Башҡортостан башлығының Рәсәй фәне көнө уңайынан ҡотлауында.