Минскиҙа Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты


Минскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Борис Грызловҡа Башҡортостан менән Беларусь араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Был йәһәттән мөһим йүнәлештәрҙең береһе - йәштәр менән эшләү. Башҡортостан башлығы уҡыусылар өсөн Беларусь Республикаһына экскурсиялар ойошторорға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Осрашыуҙа тикшерелгән гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге тағы бер йүнәлеш - Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу. Яҡтар шулай уҡ иҡтисади бәйләнештәргә айырым иғтибар бүлде. Башҡортостан Рәсәйҙәең күп йүнәлештәрҙә юғары кимәл күрһәткән субъекттарының береһе. 2023 йылда Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 10-сы форумы ла өлгөлө тип табылды, - тип билдәләне Борис Грызлов.