Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Ниғмәтуллин Луганск халыҡ республикаһында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып, бер нисә ай госпиталдә дауалана. Ул 2024 йылдың майынан хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Бөгөн замандашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә әҙерләнә. Әле ул ғаиләһе янында.
Урал Ниғмәтуллиндың госпиталдән нығынып сығыуына күп ваҡыт та үтмәгән. Әммә, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән замандашыбыҙ һәр көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша. Әле лә ул ике улы менән өй тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәр менән мәшғүл. Һәр аҙым ғаиләлә кәңәшләшеп башҡарыла.
Ата-бабаларынан ҡалған тәрбиә ҡанундарын Ниғмәтуллиндар балаларына ла һалырға тырыша. Махсус хәрби операцияға контракт буйынса барыуыс ла осраҡлы түгел. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә өсөн ул бер яҡтан көтөлмәгән яңылыҡ булһа, икенсенән ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Ғаиләһенең, ата-әсәһенең фәтихаһында замандашыбыҙ яҡын көндәрҙә йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Барса яугирҙарҙы, ватандаштарыбыҙҙы бер тойғо - Еңеүҙе яҡынайтыу берләштерә.
Азат Ғәлиуллин