Башҡорт теле фондының үҫеше: Зөһрә Рәхмәтуллина менән әңгәмә

Башҡорт теле фонды донъяуи кимәлдә киң билдәләлек яулай. Бөгөн ул Ҡаҙағстан ғалимдары араһында ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында тормошҡа ашырылған проект күптән түгел Башҡортостандың фән һәм техника дәүләт премияһына ла лайыҡ булған. Әйткәндәй, баш ҡалалағы институт илдең 314 федераль үҙәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Бында тотош донъя ғалимдары көнләшерлек фонд һаҡлана. Уларҙы өйрәнеү, тәүсығанаҡтарҙы һаҡлау, йәш кадрҙар тәрбиәләү эше нисек ҡоролған? Был турала БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина менән ойошторолған интервьюла.