Ул 22 февралгә тиклем бара. Ярыштар 152 йүнәлеш буйынса уҙа. Уларҙа 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, чемпионат уңышлы карьера өсөн профессиональ белем алыу мөһимлеген күрһәтә. Хәҙерге шарттарҙа был айырыуса көнүҙәк, - тине ул. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе һәләтле йәштәргә ярҙам, технологик суверенитетты тәьмин итеү өсөн уҙғарыла.