Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" проектына ярашлы, 6 йылда 286 ауыл хужалығы кооперативына ярҙам күрһәтелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенә, бөгөн республикала 445 кооператив бар. Уларҙың күбеһе ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә, әҙер тауарҙы сауҙа ойошмаларына һата. Кооперативтар тотороҡло эшләргә тейеш, бының өсөн дәүләт ярҙамын дөрөҫ файҙаланырға тейешбеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Субсидия сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн тотонола.