Әбйәлил районында спорт залы асылды

Дәүләтов ауылының урта мәктәбендә физкультура менән шөғөлләнеү өсөн яңы майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, 2023 йылда спорт залы авария хәлендә тип таныла. Төҙөкләндереү эштәре  2024 йылда башҡарыла.