Боҙ быраулап балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ. Ауырғазы районында экологтар, ирекмәндәр, уҡыусылар ҡатнашлығында экологик акция үтте.
Ауырғазы районы һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙы ҡотҡарыу буйынса акция 16 йыл рәттән уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусылар быйыл Иҫке Кәлсер ауылы биләмәһендәге күлдә боҙҙо уйып сыҡты. Боҙ аҫтындағы балыҡтар өсөн уларҙың һәр береһе кислород сығанағы. Сөнки яҙға ҡарай быуа-күлдәрҙә һауа ҡалмай тиерлек. Икенсенән, һыу үҫемлектәре ағыулы газдар бүлеп сығара. Һөҙөмтәлә балыҡтар һәләк була. Миҙхәт Хәсәнов акцияны ойоштороусыларҙың береһе, уның ярҙамында райондың башҡа ауылдарында ла боҙ быраулаусылар бар. Шуныһы мөһим - экологик акцияла балыҡтарҙы ғына ҡотҡарып ҡалынмай, ә һыу ятҡылыҡтарына селбәрә лә ебәрелә.
Ауырғазы районындағы был күл урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял урыны булып тора. Бында һаҙан, табан балыктарын бушлай тотоп була. Уларҙы ҡармаҡ миҙгеленә тиклем һаҡлап ҡалыу өсөн, һыу ятҡылыҡтарында боҙ быраулап, тереклекте ҡотҡарырыға кәрәк.