Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Һалдатҡа хат» акцияһы үтте. Сарала психология факультеты студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға хат яҙҙы, яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Шулай уҡ йылы әйберҙәр, медикаменттар һәм шәхси гигиена әйберҙәре йыйҙы. Акцияға республиканың хәрби инвалидтар ойошмаһы ла ҡушылды. Яҡын көндәрҙә был посылкалар гуманитар йөк менән фронтҡа оҙатыласаҡ. Акцияны ойоштороусылар тупланған ярҙам еңеүҙе яҡынайтыуҙа үҙ өлөшөн индерер тип ышана.