Өфөлә Бөтә Рәсәй моделселәр һәм коллекционерҙар слеты үтте


Унда илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар ғына түгел, Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнашты. Сара күргәҙмә һәм йәрминкә форматында «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә ойошторолдо. Моделселәр айырым конкурста ла көс һынашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Машина, самолет, карап һәм башҡа техника моделдәре... Рафаэль Ғәббәсов Өфөлә ойошторолған Бөтә Рәсәй моделселәр һәм коллекционерҙар слеты ҡатнашыусыһы. Күргәҙмәгә ул 1978 йылдан алып йыйған техника моделдәрен алып килгән. Айырып ҡына әйтә алмайым, минең өсөн барыһы ла эксклюзив, сөнки һәр береһен үҙ ҡулдарым менән эшләнем, ти ул.

Айрат Закиров та төрлө техника моделдәрен йыйыу менән күптән шөғөлләнә. Советтар Союзы осорондағы милиция, республика дәүләт автоинспекцияһы машиналарының бәләкәй күсермәләре бар. Һәр береһен эшләү өсөн техниканың тарихын өйрәнеү, архив фотоларҙа эҙләнеү талап ителә. Иң һуңғы эштәрҙең береһе - махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау ташыусы Камаз машиналары. Айрат Закировтың коллекцияһында барлығы 3 меңдән ашыу модель иҫәпләнә.

Волга буйы федераль округы моделселәренең слеты быға тиклем Ҡазан һәм Яр Саллы ҡалаларында үткән. Бындай сараны Өфө әле беренсегә ҡабул иткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар көтөлгәндән күберәк, ти ойошторусылар. Республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүселәрҙән тыш, Татарстан, Ҡаҙағстан республикалары, Һамар, Силәбе, Сведловск, Волгоград һәм Ростов өлкәләренән ҡатнашыусылар йыйылған.

Айырым эштәр конкурсы слетта ҡатнашыусыларға үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Бынан тыш, йәрминкә лә ойошторолдо. Үҙ коллекцияһын тулыландырыу өсөн һәр кем үҙенсәлекле техника моделен тиҙерәк «эләктереп» алырға тырышты.

Әлфинә Килдейәрова