Мәскәүҙә Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашты


Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище индерелергә тейеш.

Төбәктә спортты үҫтереү мөмкинлектәре Радий Хәбировтың Мәскәүҙә Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашыуында тикшерелде. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында тора, тип билдәләне республика етәксеһе.

Төбәктә бөтәһе 13 меңдән ашыу ошондай ҡоролма эшләй. «Рәсәй - спорт державаһы» форумы барышында Радий Хәбиров ил президентына Өфөлә еңел атлетика манежын һәм олимпия резервындағы училище төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт итте. Владимир Владимирович беҙҙе хупланы. Дөйөм көс менән объекттың сафҡа инеренә ышанабыҙ, - тине Башҡортостан башлығы.

Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев спорт тармағын үҫтереү йәһәтенән төбәктең идара итеү командаһы эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Был республикала төрлө форумдар, фестивалдәр һәм ярыштар ойоштороуға булышлыҡ итә.