Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яуланы. Артабан ҡаҙмаштар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Ҡаҙмаш бай тарихлы ауыл. Уға 1834 йылда нигеҙ һалынған. Совет осоронда беренсе булып нәҫел-нәсәбен барлап, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын ойоштороусылар ҙа улар. ТАСС-тың махсус хәбәрсеһе, журналист Шаһғәле Ишбулатовтың тәҡдимен ауыл халҡы бер тауыштан хуплай. Ауыл урамдары, йорт-ихаталар тәртипкә килтерелә. Уҡымышлылығы, тырышлығы һәм берҙәмлеге менән дан алған ауыл халҡының конкурстың район этабында уңыш ҡаҙаныуы осраҡлы түгел.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһы ҡамыр аштары оҫталары. Бөтмөр хужабикәләр сараға килеүселәргә шаян таҡмаҡтар менән ҡайнар сәй, Ҡаҙмаш ҡатын-ҡыҙҙарының махсус рецепты буйынса бешерелгән туҡлыҡлы йыуаса тәҡдим итте.
Ҡаҙмаштар ағас эшкәртеү эшенә лә әүәҫ. Улар төҙөгән йорттар ныҡлығы, уңайлығы, йылылығы һәм биҙәктәре менән иғтибарҙы йәлеп итһә, йорт- ихаталар бөгөндән туй ҡаршыларға әҙер тора кеүек. Ауылдаштар ғаилә байрамдарын хәмер ҡулланмай, айыҡ үткәрергә ынтыла. Эскеһеҙ туйҙар, юбилей сараларын ойоштороу - айыҡ быуын тәрбиәләргә лә булышлыҡ итәсәк, ти, улар.
Сарала ҡатнашыусылар асыҡ һауала мылтыҡтан атыуҙа мәргәнлектә, автоматты ваҡытҡа һүтеп ҡороуҙа көс һынашты, саңғыла ярышты. Араһында тотош ғаиләләре менән саңғыға баҫыусылар ҙа бар.
Алда республика конкурсына әҙерлек осоро. Эшсән һәм берҙәм халыҡ абруйлы конкурста еңеү яуларға өмөтләнә.
Гүзәл Борханова