Өфөлә «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең ҡала этабына йомғаҡ яһалды. Өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса абсолют еңеүсе тип «Эколог» үҙәгенән йәш педагог Эльвина Камалова танылды. Остазлыҡ эшен уңышлы алып барған замандашыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
Шүлгәнташ ҡурсаулығына арналған тематик дәрес. Уҡыусылар макет ярҙамында мәмерйә биләмәһендәге экосистеманы, хайуандар донъяһын өйрәнеп, стеналағы тарихи һүрәттәргә бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Өфөләге «Эколог» экология-биология үҙәгендә ойошторолған өҫтәмә белем биреү программаһы балаларҙа Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә оло һөйөү уята.
Эльвина Камалова юғары белемле белгес, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә икенсе йыл уңышлы эшләй. Яңыраҡ йәш педагог «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» Бөтә Рәсәй конкурсының ҡала этабында ҡатнашып, абсолют еңеүсе тип танылды. Уның остазлыҡ тәжрибәһе иң яҡшыһы тип билдәләнде.
«Эколог» үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» һөнәри оҫталыҡ конкурсында тәүгә генә ҡатнашмай. Быға тиклем дә еңеүҙәр яуланған. Әйтәйек, 2023 йылда педагог Татьяна Воробьева ил кимәлендә абсолют еңеүсе булды. Был осраҡлы түгел. Үҙәктә балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса иң яҡшы практикалар ҡулланыла. Үҫеп килгән быуын экологик акцияларға әүҙем йәлеп ителә.
Былтыр үҙәк хеҙмәткәрҙәре республика мәктәп уҡыусылары өсөн «Асыштар юлы буйлап» тип исемләнгән фәнни-популяр туристик маршрут ойошторҙо. Мәғариф проекты «Беренселәр хәрәкәте»нең грантына тормошҡа ашырылғайны. Быйыл да балаларға төбәктең иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттәр уҙғарыу, уларҙы ғилми эшкә йәлеп итеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина