Чернышев дивизионы командаһы «Йондоҙҙар матчы»нда еңеү яуланы. Континенталь хоккей лигаһының сағыу сараһы быйыл Новосибирскиҙа үтте. Финалда Чернышев һәм Бобров дивизиондары осрашты.
Уйын Виктор Козлов коллективы файҙаһына 9-8 иҫәбе менән тамамланды. Шайбаларҙың береһен Александр Хмелевски индерҙе. Ул шулай уҡ иптәштәренә ике пас бирҙе. Турнир регламентына ярашлы, еңеүсеһе 5 миллион һум менән бүләкләнде. Өсөнсө урынға Тарасов дивизионы хоккейсылары лайыҡ булды. Улар Харламов дивизионы командаһын буллитар серияһында 13:12 иҫәбе менән отто. «Йондоҙҙар матчы»на бәйле ҡыҫҡа ваҡытты тәнәфестән һуң иртәгә КХЛ-дың даими чемпиионаты дауам итә. «Салауат Юлаев» клубы Мәскәү өлкәһендә «Куньлунь Ред Стар» менән осраша. Был уйында Джошуа Ливо ҡатнашмай. Тренерҙар штабы чемпионаттың иң мәргән һөжүмсеһенә ял бирергә ҡарар иткән.