Баймаҡ лицей-интернатында йыр һәм строй конкурсы үтте


Киләсәккә йәш көс. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә уҡыусыларҙа рух, илһөйәрлек, ил тарихына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында йыр һәм строй конкурсы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей‐интернаттында 5‐сенән алып 10‐сы класҡа тиклем йыл да ойошторолған смотрға уҡыусылар ҙур теләк менән ентекле әҙерләнә. Бында улар бер иштән кейенеп, бирелгән командаларға ярашлы строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән үтеү кеүек һынауҙар буйынса ярыша.

Баһалама ағзалары уларҙың тырышлыҡтарын, яҡшы әҙерлектәрен, еңеүгә ынтылыштарын юғары баһаланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса беренсе урын 8 ш, икенсегә 6 ш, ә өсөнсө урынға 7 ш класы уҡыусылары лайыҡ булды.

Бындай хәрби-патриотик саралар тыуған ерен, илен яратҡан, спортты үҙ иткән, физик һәм рухи яҡтан ныҡ балалар үҫтереү һәм тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ә бар яҡтан көслө булған йәш быуын - өмөтлө киләсәк.

Раушания Рәхимова