Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугирҙы генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Дәүләт наградаһы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан Радмир Байегетов менән Доставалов исемендәге батальондың медицина взводы командиры Арыҫлан Мырҙағоловҡа тапшырылды. Тантаналы сара оператив кәңәшмә сиктәрендә үтте. Әле хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда, тиҙҙән улар йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә, алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла. Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүселәр ҙә ныҡлы тыл өсөн төбәктә йәшәүселәргә рәхмәтен белдерҙе.