«Защитник» берҙәм үҙәгендә буласаҡ яугирҙар өсөн хәрби әҙерлек дәрестәре үтә


«Черемушки» шифаханаһы базаһында улар ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәнә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре тактик медицина буйынса махсус уҡыу-уҡытыу сараларын алып бара. Ошо рәүешле яугирҙар тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә төшөнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән ир-егеттәргә республиканан түләүҙәр артты. Хәҙер улар бер тапҡыр 2 миллион, ә һуңынан ай һайын 210 мең һумдан юғары эш хаҡы аласаҡ. Шулай итеп, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсыға кәмендә 4,5 миллион һум түләнә . Килешеүҙе хәрби комиссариатта йәки «защитник» берҙәм үҙәгендә төҙөргә мөмкин.