Эшҡыуар Йәмил Бәҙретдинов йәшелсәләр үҫтереү комплексында малай-ҡыҙҙарҙы ауыл хужалығына һәм баҡса эшенә мәктәп йәшенән үк йәлеп итеп, һөнәргә һөйөү тәрбиәләргә, эшкә ҡыҙыҡһыныу уятырға теләй. Йылдам үҫешкән комплекс теплицаларында заманса ысул менән ҙур күләмдә ҡыяр һәм помидор сәселә. Йәшелсәләр тупраҡта түгел, Рәсәйҙә етештерелгән махсус маттарҙа үҫтерелә, һауа температураһа комплекста ҡышҡы көндәрҙә лә 23 градус йылы күрһәтә. Уңыш яҙҙан октябрь аҙағына тиклем йыйыла.