Башҡорт филологияһы факультеты ойошторолоуға 95 йыл


Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторҙо. Тантанала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Азат Бадранов факультет уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Башҡорт филологияһы кафедраһы ойошторолоуға 95 йыл тулды. Иҫтәлекле дата уңайынан Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холына ғалимдар, киң мәғлүмәт саралары белгестәре, мәғариф алдынғылары, фән эшмәкәрҙәре һәм гуманитар йүнәлештә һөнәри ҡаҙаныштарға өлгәшкән шәхестәр йыйылды. Улар төрлө йылдарҙа билдәле факультетты тамамлап, бөгөн үҙҙәре студенттар уҡыта, матбуғатта хеҙмәт итә, китаптар һәм фәнни эштәр яҙа.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында ике меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Факультет етәкселеге билдәләүенсә, республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән белгестәрҙең туҡһан процентҡа яҡыны тап ошо стеналарҙа белем алған.

Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов факультет хеҙмәткәрҙәрен һәм уҡыу йортон тамамлаған залдағыларҙы тәбрикләп хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡорт телен һаҡлау, гуманитар тармаҡ өсөн көслө белгестәр әҙерләү йүнәлешендә факультет эшмәкәрлеге төп көс булып тора . Факультет заман талаптарына ярашлы үҫешә - белем биреүҙә заманса технологиялар ҡулланыла, абитуриенттар һаны ла йылдан-йыл арта.

Флорида Ким