Күгәрсен районынан «Айыҡ ауыл» республика конкурсында быйыл тәүәкәндәр һынау тота


Ошо уңайҙан Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә сираттағы ултырыш үтте. Йыйындың төп маҡсаты - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы йомғаҡтары һәм маҡсаттары хаҡында фекер алышыуға ҡоролғайны. Шулай уҡ урындағы ойошма эшмәкәрлегенең киләһе йылдарға ҡуйған бурыстары барланды. Халыҡ мәнфәғәтендә әүҙем эшләүселәр дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде.

Күгәрсен районы башҡорттары осрашыуы сиктәрендә, «Урал» спорт-һауыҡтырыу комплексында Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә арналған спорт ярыштары үтте. Республика район-ҡалаларынан тыш, Ырымбур өлкәһе спортсылары ҡатнашлығында милли көрәш, мәргән уҡсы, йөҙөү, сатраш буйынса айырым ярыштар ойошторолдо. Осрашыу барышында ҡунаҡтар Тәүәкән ауылында Мортаза Ғөбәйҙулла улына арналған музей эшмәкәрлеге менән танышты. Экспозицияға беренсе президенттың шәхси әйберҙәре сығарылған. Ул эшләгән дәүерҙә башҡарылған хеҙмәттәр бында үҙе бер тарих итеп күрһәтелгән.