Өфөлә 16 йәшлек ҡыҙ «Лада Гранта» автомобиле аҫтында ҡалып һәләк булған


Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә Октябрь проспекты менән Галле урамы киҫелешендә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Межгорьенан 23 йәшлек водитель йәйәүлеләр үткәүелендә мәктәп уҡыусыһын бәрҙерә. Ҡазаға тарыусы дауаханаға оҙатыла, һуңынан ул алған йәрәхәттәренән вафат була. Авария осрағы буйынса бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.