Унда республиканың тиҫтәгә яҡын районынан вәкилдәр ҡатнашты. Улар проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, оҫталыҡ дәрестәрендә, шулай уҡ төрлө темактик секцияларҙа фекер алышты.
Өс йәйәүлеләр һәм бер автомобиль күпере. Рәсәйҙә иң ҙур шишмәле һәм күп йылғалы төбәге өсөн был айырыуса көнүҙәк. «Атайсал» программаһы Нуриман районында ҡоролмаларҙы яңыртырға мөмкинлек биргән. Бындай башланғысты ауыл халҡы күтәреп сыға. Улар үҙ проекттарын Иглиндә ойошторолған форумда тәҡдим итте. Республика етәксеһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған был проект тыуған ерен яратҡан һәм уға файҙа килтерергә теләгән йүнсел һәм әүҙем замандаштарыбыҙҙы берләштерә.
Форум барышында күсмә секциялар ҙа эшләне. Шуларҙың береһенә махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм ирекмән-активистар йыйылды. Реабилитация техникаһын ҡайҙан алырға? Фронтҡа нисек ярҙам итергә? Һорауҙарға «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре яуап бирҙе. Сарала геройҙар тәрбиәләгән ата-әсәләргә айырыуса иғтибар бирелде. Шулай уҡ секцияла ҡатнашыусыларға махсус операция геройҙарының хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтығы тәҡдим ителде.