Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар 14 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Аҙашҡан, юғалған кешеләрҙең барыһы ла табылған. Ведомство белгестәре урман-ҡырға сыҡҡанда яҡындарығыҙҙы ҡайҙа барыуығыҙ тураһында иҫкәртергә кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлдә 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.