Башҡортостанда иң популяр спорт төрө аталды

2024 йылда республикала саңғыла йөрөү менән 49 мең кеше шөғөлләнгән. Республикала 155 саңғы базаһы бар. Уларҙың 52-еһе һәр төрлө ярыштар уҙғарыу өсөн файҙаланыла. Өфөлә тиҙҙән Саңғы спорты үҙәген төҙөү планлаштырыла.