Ишембайҙан гортензиялар партияһы экспортҡа әҙерләнгән. Тауар тикшерелгән, санитар талаптарға яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Республикала "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Алты йылда сит илгә тауар һатыу 3 тапҡырға артҡан.