Яугирҙарға ярҙам йыйыу йыш ҡына бер-береһе менән бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе берләштерә. Мәҫәлән, эшҡыуар Муса Мәзитов социаль селтәрҙәрҙә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн УАЗ һатып алыуы тураһында пост яҙа. Уның был хәбәренә Өфө районы эшҡыуары Азат Нурлығаянов яуап бирә. Ул да әлеге көндә Ватан һағында торған туғандары өсөн ике внедорожник әҙерләүе, әммә транспорт сараларын ебәреү менән ҡыйынлыҡтар тыуыуы тураһында әйтә. Интернет аша барлыҡҡа килгән бизнес-берләшмә машиналарҙы оператив рәүештә фронтҡа оҙатыуҙы ойошторорға ярҙам итә.