Үҙенең тышҡы иҡтисади эшендә Башҡортостандың идара итеү командаһы бизнес өсөн юл асырға тырыша


Бының өсөн төбәк властары даими рәүештә сит илдәргә бара, эшлекле мөнәсәбәттәр өсөн инфраструктура тыуҙыра. Килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа яңы ышаныслы партнерҙар эҙләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, предприятиеларға донъя баҙарына сығыуҙа ярҙам итеү бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүҙә төп бурыстарҙың береһе.

Башҡортостанда эре сәнәғәт компаниялары бар, тәү сиратта нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы компаниялары, уларҙың продукцияһы сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙалана. Беҙҙең маҡсат - сеймал һәм энергетик булмаған тауар етештереүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Дөйөм алғанда, был эш яҡшы алып барыла. Санкция шарттарында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барыу ҡатмарлашһа ла, былтыр республикала экспорт күләме 2,2 процентҡа артҡан. Әлбиттә, потенциал күпкә юғарыраҡ. Шуға ла эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.