Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа соҡорҙар ремонтлана


Эш уңайлы һауа торошонда ойошторола һәм махсус һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланыла. Февралдең тәүге аҙнаһында Башҡортостан юлдарында 750 квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Билдәле булыуынса, 2020 йылдан төбәктә «Юл инфраструктураһы өлкәһен контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы» махсус программаһы эшләй. Ҡушымта ярҙамында соҡорҙар теркәлә. Быйыл тотороҡһоҙ һауа шарттарында юлдарҙа соҡорҙар иртә асылды. Благовар районында ла уларҙы ямау буйынса тейешле саралар күрелә. Ремонттың был төрө транспорт хәрәкәтенен һәм йәйәүлеләр хәуефлеген тәьмин итеп, эште ҙур сығымдарһыҙ тиҙ башҡарып сығырға мөмкинлек бирә.