Өфөлә IX Йәштәр мәғариф форумы эш башланы


Ике көн дауамында барасаҡ сарала өс майҙансыҡ ойошторолған. «Социаль проектлау» модуле сиктәрендә Рәсәй йәштәре грант конкурсына бәйле оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ бында ғариза тултырырға, хаталарҙы тикшереү буйынса консультация алырға, грант еңеүселәре менән осрашып, проекттарҙы алдан яҡларға ламөмкин

Йәштәр өсөн финанс грамота буйынса квиз һәм бизнес-уйын да ойошторолдо. Мәғариф майҙансығына эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт структураһы вәкилдәре махсус саҡырылған. «Еңеүгә юл» патриотик тәрбиә биреү майҙансығында Өфөнөң йәмәғәт ойошмалары ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү тәжрибәһе тикшерелде. Форум ҡатнашыусылары эксперттар алдында сығыш яһап, уны тормошҡа ашырыу юлдарын барланы. Ошонда уҡ вакансиялар йәрминкәһе лә эшләне.