Башҡорт дәүләт медицина университеты Ҡырғыҙстандан Ош дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документ фәнни тәжрибә уртаҡлашыуға, уҡытыу практикаларына, белем биреү программаларына һәм студенттар араһында коммуникацияларҙы киңәйтеүгә ҡағыла. Ҡырғыҙстан делегацияһы Өфөгә эш сәфәре барышында ВУЗ клиникаһы, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында һәм фундаменталь медицина институтының ғилми лабораториялар эше менән танышты. Әйткәндәй, әле медицина университетында Ҡырғыҙстандан ике тиҫтәләп студент белем ала.