Дональд Трамп Владимир Путинға шылтыратты

Рәсәй һәм Америка президенттары араһында телефон аша һөйләшеү булды. Ул сәғәт ярым дауам итте. Украиналағы хәлдәргә айырыуса иғтибар булды. Владимир Путин конфликттың тәүсәбәптәрен бөтөрөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды,  оҙайлы тыныслыҡты һөйләшеүҙәр юлы менән урынлаштырыу мөмкинлеге менән килеште. Рәсәй башлығы Америка президентын Мәскәүгә саҡырҙы, ике арала һөйләшеүҙәрҙе артабан дауам итеү кәрәклеге тураһында белдерелде. Был турала Кремлдән хәбәр итәләр.