Был турала беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев хәбәр итә. - Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса карантинға ябылған мәктәптәр юҡ. Республика буйынса 17 класта киҙеү арҡаһында уҡытыу туҡтатылған, тине ул. Мәктәптә һалҡын тейҙереп ауырыған уҡыусыларҙың 20 проценты булмаһа етәкселек белем биреүҙе туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда ауырыусылар һаны артыуы күҙәтелә.