Салауат Юлаев музейының бинаһы капиталь төҙөкләндерелә

Ул Салауат районында урынлашҡан. Ремонт өсөн 124 миллион һум ҡаралған. Эште башҡарыусы компания ошо айҙа аныҡланырға тейеш. Капиталь ремонт милли проект буйынса башҡарыла. Төҙөкләндереүҙе 2027 йылда тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Финанс федераль һәм республика ҡаҙналарынан бүленә, тип хәбәр итә "Башинформ".