Башҡортостанда юлдарҙа аварияларҙы кәметеүгә иғтибар арта

Уҙған йылда 2 мең 900-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 400-гә яҡын кеше ғүмере өҙөлгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа авариялар, уларҙа йәрәхәтләнеүселәр һаны кәмей. Был өлкәлә профилактик эште дауам итергә кәрәк. Аварияларҙың 85 процентында водителдәр ғәйепле булып сыҡҡан.