Өфөлә әҙәбиәт марафоны уҙғарыла

Ул рус теленән диктант яҙыу акцияһы алдынан ойошторола. 19 февралдә  быйылғы текст авторы Марина Москвина әҫәрҙәре уҡыла. Тоталь диктант 5 апрелдә була. Башҡортостанда шулай башҡорт теленән диктант акцияһы уҙғарылып килә. Уҙған йылда унда 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.