Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, бер йылда финанс баҙарҙа легаль булмаған ойошмалар һаны 1 ярым тапҡырға артҡан. Һуңғы ваҡытта таралған күренеш ялған инвестиция схемалары. Кешеләрҙе криптовалюта, йә акция алырға күндерәләр. Мутлашыусыларҙың ҙур өлөшө интернет аша эш алып бара, тип хәбәр итәләр финанс ойошманан.