Быйыл Думала ошо турала закон проекты ҡарала. Документ авторҙарының береһе, вице-спикер Борис Чернышев белдереүенсә, 2023 йылда әҙерләнгән закон проекты тулыланған, ул тағы бер тапҡыр депутаттар ҡарауына тапшырыла. Айлыҡ пенсия күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе һәр пенсионерҙың тыуған көнө уңайынан күсереү тәҡдим ителә.