Өфөлә “Урал төҙөлөш индустрияһы” һәм “Күсемһеҙ милек” форум-күргәҙмәһе уҙа. Сара ВДНХ- Экспо күргәҙмәләр колплексында 19 февралдә башлана. Өс көн дауамында форумда ҡатнашыусылар төҙөлөш тармағын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә. Пленар ултырыш “Тормош өсөн инфраструктура” яңы милли проектына арнала.