Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Иҫке күпер һалыныуға быйыл 45 йыл тула. Тәүҙә уны төҙөкләндереү осорона халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн ваҡытлыса понтон күпер һуҙыу планлаштырыла, әммә һуңынан иҫкеһе урынына яңыһын төҙөргә ҡарар ителә. Ул тулыһынса элеккеһенә оҡшаш итеп төҙөлә. Күперҙә транспорт хәрәкәтен 2026 йыл аҙағына тиклем асыу күҙаллана. Ағиҙел йылғаһы аша күпер стәрлетамаҡтар өсөн мөһим объект - ул ҡаланы республиканың башҡа район-ҡалалары менән тоташтыра, тип яҙған төбәк етәксеһе.