«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәт һәм социаль проекттар ҡаралды


Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә республика биләмәһендә тормошҡа ашырыласаҡ сәнәғәт һәм социаль проекттар ҡаралды.

Сәнәғәт проекттарына килгәндә Октябрьский ҡалаһында нефть тармағы өсөн модулле ҡоролмалар етештереү комплексы төҙөү проектын атап үтергә мөмкин. Инвесторҙар был предприятиеға 89 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй, продукцияға ихтыяж ҙур. Республика башлығы проектты өҫтөнлөклө итеү тәҡдимен хупланы. Социаль проекттарҙың күбеһе көньяҡ райондар буйныса. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында шәхси клиника асыу. Эшҡыуар Әнүзә Ҡотоева ике ҡатлы диагностика үҙәге төҙөргә ниәтләй.

Инвестиция сәғәтендә шулай уҡ Өфөлә төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү буйынса уҡытыу үҙәге асыу, Әбйәлил райнында «Эко ауыл» глэмпингын төҙөү проекттары ҡаралды. «Эко ауыл» инвесторҙың туризм йүнәлешендәге тәүге генә проекты түгел. 3 йыл элек асылған ял итеү базаһы уңышлы эшләп килә һәм туристарҙың яратҡан урынына әйләнгән. Радий Хәбиров эшҡыуарға ер участкаһы менән ярҙам итергә ҡушты.